Ватандаш
+12 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
2 Октября 2019, 17:13
"Китап" һеҙгә килә!
"Китап" һеҙгә килә!2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы була.
2-6 октябрҙә Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте республиканың көньяҡ-көнсығыш райондарында китап продукцияһы күргәҙмә-йәрминкәһен ойоштора. Ул республиканың 100 йыллығына һәм «Китап» нәшриәтенең 100 йыллығына арналған «Башҡорт китабын — Башҡортостан Республикаһының 100 тораҡ пункты уҡыусыларына» акцияһының һуңғы этабы була.
Уҡыусыларға республика тарихы, мәҙәниәте, тәбиғәте, күренекле эшмәкәрҙәре хаҡында 2019 йылда нәшриәттә донъя күргән яңы китаптар тәҡдим ителә.
Октябрҙә күргәҙмә-йәрминкәне түбәндәге тораҡ пункттарҙа уҙғарыу күҙаллана:
3 октябрҙә – Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы баҙарында;
4 октябрҙә – Йылайыр районының Йылайыр ауылы баҙарында;
5 октябрҙә – Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы баҙарында;
6 октябрҙә – Баймаҡ ҡалаһында Үҙәк баҙарҙа.
Белешмәләр өсөн телефон: (347) 246-09-55.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...