Ватандаш
+21 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
Все новости
Новости
27 Сентября 2019, 13:04
Белем усаҡтарына арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәре бирелде!
Белем усаҡтарына арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең исемдәре бирелде!Дыуан районының Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосоповтың исеме бирелде.
Дыуан районының Республика лицей-интернатына Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимербай Йосоповтың исеме бирелде.
Ғафури районының Красноусол башҡорт гимназия-интернаты хәҙер билдәле ғалим Нияз Мәжитовтың исемен йөрөтә.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле ҡарарҙары республиканың хоҡуҡи мәғлүмәт порталында баҫылды.
Тимербай (Тимер) Йосопов (1938 — 2016) — күренекле лирик шағир, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.
Нияз Мәжитов (1933 — 2015) — билдәле археолог, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәре, тарих фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы академигы.
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...