Все новости
Новости
26 Сентября 2019, 14:24

Башҡорт милли аҙығы – Бауырһаҡтан иң ҙур хештег

Яңы Рәсәй рекорды ҡуйылды — популяр башҡорт милли аҙығы —бауырһаҡтан #UfaForumSCOandBRICS хештегы эшләнде. Уның ауырлығы — 150 кг!

26-27 сентябрҙә Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре төбәктәренең V бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумы үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһына 31 илдән һәм Рәсәйҙең 52 төбәгенән 2800 яҡын делегат йыйылды.
Сара сиктәрендә яңы Рәсәй рекорды ҡуйылды — популяр башҡорт милли аҙығы —бауырһаҡтан #UfaForumSCOandBRICS хештегы эшләнде. Уның ауырлығы — 150 кг!
Бауырһаҡтан конструкция 2 тәүлек ҡоролған. Рекордтың ойоштороусыһы — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы. Рекордты Рәсәйҙең рекордтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко теркәгән.
Читайте нас: