Все новости
Новости
25 Сентября 2019, 16:15

Өфөгә йәш шәрҡиәтселәр йыйылды

25-27 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең өсөнсө йәш шәрҡиәтселәр съезы үтә.

25-27 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһы биләмәһендә Рәсәйҙең һәм БДБ илдәренең өсөнсө йәш шәрҡиәтселәр съезы үтә.
Съезда Көнсығыш тарихы, көнсығыш филологияһы (тел ғилеме, әҙәбиәт ғилеме, текстология), философия, политология, иҡтисад, мәҙәниәт, сәнғәт, мәғариф йүнәлештәре буйынса секция ултырыштары үтә. Сара барышында йәш ғалимдарға билдәле шәрҡиәтселәр төрлө оҫталыҡ дәрестәре үткәрә. Өсөнсө съезд аҙағында йомғаҡлау резолюцияһы ҡабул ителәсәк.
Сараның ойоштороусылары — Рәсәй Фәндәр академияһының Шәрҡиәтселек институты, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте, Башҡорт дәүләт университеты, Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәге.
Форумға Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм БДБ илдәренән 130-ҙан ашыу ҡатнашыусы килгән.
Читайте нас: