3 ҡуллы һәм 4 аяҡлы ҡыҙ бала Һиндостандың Раджастан штатында донъяға килгән, тип хәбәр итә India Times Post порталы һәм Daily Mail гәзите.
Ҡыҙыҡайҙың һау-сәләмәт игеҙәк-ағаһы ла тыуған икән. Врачтар әйтеүенсә, донъяға өс сабый тыуыуы күҙалланған, әммә уларҙың икәүһе әсә ҡарынында берләшеп үҫешкән. Йөклө ҡатын бер тапҡыр ҙа УЗИ үтмәгән, шуға бер кемдә проблема барлығын белмәгән.
Яңы тыуған сабыйҙың тын алыуы менән ауырлыҡтар булған, шулай ҙа әле уның йәшәү күрһәткестәре тотороҡло. Әсәнең һәм игеҙәк-малайҙың хәле яҡшы.
Врачтар ҡыҙҙың артыҡ аяҡ-ҡулдарын алыу өсөн башҡа дауаханаға ебәрергә ниәтләй. Улар күҙҙалауынса, операциянан һуң ҡыҙ бала ябай тормош менән йәшәй аласаҡ.