Все новости
Новости
23 Сентября 2019, 17:17

“Бөгөн киске 8-гә тиклем йылы бирмәһәләр, миңә яҙығыҙ!” – тине Радий Хәбиров үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә!

Нормалар буйынса 5 көн буйы һауа температураһы +8-ҙән юғары күтәрелмәһә, йылы биреү ҡаралған. Кисә генә социаль селтәрҙә республика башлығы Башҡортостан буйынса 38% дауаханалар, мәктәптәр һәм башҡа социаль учреждениелар йылы менән тәьмин ителде, тип белдергәйне. Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә иһә, һауа температураһының тотороҡло һалҡын булыуын иҫәпкә алып, бөтә республика буйынса йылы бирергә, тигән ҡарар ҡабул ителгән.

“Бөгөн киске 8-гә тиклем бөтә республика буйынса йылы бирергә, тигән талап ҡуйҙым. Әгәр ҡайҙалыр был талап үтәлмәй икән, ошонда яҙығыҙ!“ – тиеп мөрәжәғәт итте республика халҡына Радий Фәрит улы.
Читайте нас: