Канадала йәшәүсе милләттәштәребеҙ инициативаһы буйынса Республика көнө уңайынан Ниагара шарлауығы Башҡортостан флагы төҫтәрендә балҡыуы ихтимал. Был хаҡта Канада башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы Фәриҙә Сәмерханова хәбәр итә. Тап уның тырышлығы менән 11 октябрҙә Ниагара зәңгәр, аҡ һәм йәшел төҫтәрҙәге уттар менән йымылдаясаҡ.
Әйткәндәй, Онтарио провинцияһында ғына меңдән ашыу ватандашыбыҙ йәшәй. Ойошмаға берләшкән милләттәштәребеҙ сит илгә килгән яҡташтарға ярҙам итергә, милли байрамдарҙы бергәләп билдәләргә, балаларҙы үҙебеҙҙең мәҙәниәткә ылыҡтырыу, тарихҡа һөйөү уятыу өсөн төрлө саралар ойошторорға тырыша.