16 сентябрҙә Башҡортостанда «Бурыслы» иҫкәртеү операцияһы башланды.
Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сараның төп маҡсаты — боҙоусыларға һалынған штрафтарҙы ваҡытында түләү кәрәклеге хаҡында иҫкәртеү.
Штрафты административ хоҡуҡ боҙоу тураһында ҡарар үҙ көсөнә ингәндән һуң 60 көн эсендә түләмәгән өсөн ғәйеплегә икеләтә штраф тәғәйенләнә йәки ул 15 тәүлеккә ҡулға алына, йә иһә 50 сәғәткә тиклем мәжбүри эштәргә йәлеп ителә.
Ә бына штрафты 20 көн эсендә түләгән осраҡта штраф суммаһынан 50% түләү мөмкинлеге бар.
ЮХХДИ-һы хеҙмәткәрҙәре операция барышында водителдәрҙең бурысы бармы, юҡмы икәнен тикшерә.
Түләнмәгән штрафтар тураһында мәғлүмәтте ЮХХДИ-ның рәсми сайтында йәки Госуслуги.ру сайтында алырға була.