Все новости
Новости
13 Сентября 2019, 12:19

Дамир Йосопов Ғәрәбстанға китерме?

Дамир Йосопов Ғәрәбстанға китерме?Рәсәй Геройына айына 1 миллиондан ашыу эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр

Рәсәй Геройына айына 1 миллиондан ашыу эш хаҡы вәғәҙәләйҙәр.
Хәтерләйһегеҙҙер, август айында "Урал авиалиниялары"ның 321-се Аэробусы Мәскәү янындағы кукуруз баҫыуына төшкәйне. Дөрөҫөрәге, мәжбүр булғайны.
Мәғлүм булыуынса, А321 Аэробусы 226 пассажир менән осоп киткәс, ике двигателгә лә ҡоштар эләгә. Бер мотор шунда уҡ һүнә, икенсеһе туҡтай башлай. Аэробус командиры Дамир Йосопов һәм икенсе пилот Георгий Мурзин самолетты ергә төшөрөргә ҡарар итә. Һауа судноһына кукуруз баҫыуына ултырыуҙан башҡа сара ҡалмай. Рәсәй Президенты ике пилотҡа ла Рәсәй Геройы исемен бирҙе, ҡалған экипаж ағзалары Ҡаһарманлыҡ ордены менән бүләкләнде.
Дамир Йосоповҡа бихисап сит ил авиакомпаниялары үҙҙәрендә эшләү тәҡдиме менән мөрәжәғәт иткән. Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә, мәҫәлән, Дамир Ҡасим улына айына 16 мең доллар – 1 миллион һумдан ашыу эш хаҡы тәҡдим ителә (әле – 200 мең тирәһе). Бынан тыш, Emirates Airlines пилотты йәшәү урыны менән тәьмин итәсәк, балаларының мәктәптәге уҡыу сығымдарын ҡаплаясаҡ, бар ғаиләнең медицина страховкаларын түләйәсәк. Компанияла эше тамамланғандан һуң ҙур күләмдә пособие ла вәғәҙәләйҙәр.
Читайте нас: