Все новости
Новости
12 Сентября 2019, 16:04

Күгәрсен районы Хоҙайбирҙин ауылында һайлау байрамса үткән

Һайлауҙа иң әүҙем ҡатнашҡаны ауыл халҡы икәне билдәле. Үткән кампанияла ла, участкалар иртәнге 7-нән асылыу менән, халыҡ иң беренсе ошо яуаплы бурысын үтәргә, унан инде көҙгө мәшәҡәттәренә тотонорға тырышҡан.

Күгәрсен районының Хоҙайбирҙин ауылында һайлау үҙенсә бер байрамса сараға әүерелгән. Бында йәрминкә ойошторолоп, дәртлеләр моңло гармунға ла өҙҙөрөп баҫҡан. Хөрмәтле ҡунаҡ – Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровтың яҡташтары янына һуғылып китеүе иһә сараға мәртәбә өҫтәгән.
“Халыҡ беҙҙә һайлауға ихлас йөрөй”, – ти участка һайлау комиссияһы ағзаһы Рәзилә Байғазина. – Мөһим саранан йәштәр ҙә ситтә ҡалмай”. Быйыл ауылда ике 18 йәше тулған тәүге һайлаусылар яуаплы бурыстарын атҡарып ҡуйған.
Читайте нас: