Все новости
Новости
12 Сентября 2019, 15:41

Башҡорт балы фестивале үткәрелә

Әйҙә, Башҡорт балы фестиваленә! 14 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында башҡорт балы фестивале үтәсәк. Фестивалдә бал һатып алырға, шунда уҡ уның сифатын күсмә лабораторияла тикшереп ҡарарға буласаҡ.

14 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Ленин исемендәге майҙанында башҡорт балы фестивале үтәсәк. Фестивалдә бал һатып алырға, шунда уҡ уның сифатын күсмә лабораторияла тикшереп ҡарарға була. Умартасылар өсөн ғалимдарҙан һәм тәжрибәле умартасыларҙан оҫталыҡ дәрестәре, белгестәрҙән төрлө темаларға консультациялар алыу мөмкинселеге бар. Шулай уҡ фестивалдә ҡатнашыусылар араһында төрлө номинацияларҙа конкурс үткәреү ҡаралған. Майҙанда Башҡортостан артистары һәм үҙешмәкәр коллективтар концерты, балалар өсөн уйындар ойошторола.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү» һәм «Агросәнәғәт комплексы продукцияһын экспортлауҙы үҫтереү» милли проекттары сиктәрендә республикала аграр бизнесты, шул иҫәптән умартасылыҡ өлкәһен үҫтереү буйынса эш алып барыла.
Читайте нас: