+1 °С
Снег
Антитеррор
ВК
Дзен
Телеграм
80 лет Победы
Все новости
10
Новости
11 Сентября 2019, 15:25
“Рәмил Килмәмәтов. Был күптән түгел генә ине...”
Башҡортостан Республикаһы Милли музейында Рәмил Килмәмәтовтың 70 йәшенә арналған фотокүргәҙмә асылды.
Башҡортостан Республикаһы Милли музейында Рәмил Килмәмәтовтың 70 йәшенә арналған фотокүргәҙмә асылды.
10 сентябрҙә танылған фоторәссамгә 70 йәш тулған булыр ине. Ул 2019 йылдың 12 апрелендә баҡыйлыҡҡа күсте. Фотокүргәҙмә “Рәмил Килмәмәтов. Был күптән түгел генә ине...” исеме аҫтында уҙа. Күргәҙмәне ойоштороусылар: Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығы, Милли музей, Республика халыҡ ижады үҙәге, “Ағиҙел” фотоклубы. Күргәҙмә экспозицияһында фоторәссам ижадының төрлө осорҙарындағы һайланма эштәр тәҡдим ителгән.
Фотокүргәҙмә сентябрь аҙағына тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас:
"Ватандаш" - в "Телеграм"е
Подпишись!
Cайт использует файлы cookie и сервисы сбора технических данных посетителей.
Продолжение пользования сайтом является согласием на применение
данных технологий
Принять