Все новости
Новости
11 Сентября 2019, 15:19

Башҡорт балы Канадала үткән халыҡ-ара конгреста ике алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал алды

Башҡортостан делегацияһы Канаданың Монреаль ҡалаһында 46-сы “Апимондия” халыҡ-ара конгресы һәм “АпиЭкспо-2019” халыҡ-ара күргәҙмәһендә ҡатнаша. 8 сентябрҙә асылған был форумда республика бал етештереүселәре ике алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙалға лайыҡ булып, башҡорт балының бөтә донъяға билдәле юғары кимәлен тағы ла раҫланы. Шулай уҡ балауыҙҙан етештерелгән косметика, башҡа продукция, Башҡортостандың экспозицияһы ла юғары баһа алған.

Конгресс ябылыу көнөндә, 12 сентябрҙә, Башҡортостан 2021 йылда 47-се “Апимондия” конгресын үткәреү эстафетаһын ҡабул итеп аласаҡ, беҙҙәге форум «Бал ҡорто – кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге” тигән тема аҫтында үтәсәк.
Умартасылыҡ буйынса тәүге халыҡ-ара конгресс 1897 йылда Брюссель ҡалаһында үтә, “Апимондия” умартасылар ассоциацияларының халыҡ-ара федерацияһы 1949 йылда 13-сө конгресс барышында ойошторолған. Бөгөн ул 82 илдән 118 умартасылар союзын берләштерә һәм умартасылыҡтың фәнни, техник һәм иҡтисади үҫешенә булышлыҡ итә. СССР “Апимондия”ға 1954 йылда инә, ә 1971 йылда 23-сө конгресс Мәскәү ҡалаһында үтә.
Читайте нас: