Башҡортостанда прививка яһау кампанияһы башланды. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, федераль бюджет республикаға 1,83 миллион доза вакцина һатып алған. Был халыҡтың 45% вакцинациялауға иҫәпләнгән.
Вируслы сирҙәр эпидемияһы, ғәҙәттәгесә, ғинуар-мартта көтөлә, шуға күрә декабрь аҙағына тиклем прививка эшләтергә кәрәк. Бәләкәй балалар өсөн консервантһыҙ вакцина һатып алынған, ауырлы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн дә республика бюджеты иҫәбенә ошондай уҡ вакцина әҙер. Быйыл 5 мең йөклө ҡатын-ҡыҙға прививка яһау күҙ уңында тотола, уҙған миҙгелдә уларҙың 1 меңе генә прививкаға ризалашҡан.
Быйылдан башлап, медицина һәм педагогия хеҙмәткәрҙәренән, 60 йәштән өлкәндәрҙән һәм «хроник»тарҙан тыш, йәмәғәт транспорты водителдәре лә мотлаҡ прививка эшләтергә тейеш.
Киләһе миҙгелгә вакцина, эпидемиологтар фаразына ярашлы, А/Brisbane/02/2018, H3N2 — А/Kansas/14/2017, В/Colorado/06/2017 штамдарынан һаҡлай. Ошо көндәрҙә Рәсәйҙә инновацион дүрт валентлыҡ вакцинаны ҡулланыу башланды.
4 сентябрҙә киҙеүгә ҡаршы Бөтә Рәсәй киҙеүгә ҡаршы прививкалау кампанияһы старт алды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, акция «Һаулыҡ һаҡлау» милли проекты сиктәрендә үткәрелә.