Все новости
Новости
9 Сентября 2019, 01:39

Хәйбуллалар ҙа һайлауҙа дәррәү ҡатнашты

Хәйбулла районы Вәлит ауылы халҡы ла республика башлығын һайлауҙа ихлас ҡатнашты. Һайлау участкаһы асылыу менән, вәлиттәр гражданлыҡ бурысын үтәү ниәтен тормошҡа ашыра башланы.

Хәйбулла районы Вәлит ауылы халҡы ла республика башлығын һайлауҙа ихлас ҡатнашты. Һайлау участкаһы асылыу менән, вәлиттәр гражданлыҡ бурысын үтәү ниәтен тормошҡа ашыра башланы.
Ауыл биләмәһендә 18 йәше тулыу айҡанлы быйыл тәүләп үҙенең һайлау хоҡуғын бойомға ашырған йәштәргә мөнәсәбәт айырыуса хәстәрлекле. Уларҙы участка һайлау комитеты ағзалары туғандарса иғтибар менән ҡаршы ала.
Бына Аҡъярҙа белем алып йөрөгән Артур Сәйетов та (фотола) ҙур ҡәнәғәтлек менән яуаплы бурысын үтәне. Йәштәр кесе һәм оло Ватаныбыҙ тормошондағы иҫтәлекле ваҡиғаларҙан ситтә ҡалмаһа, үҙ фекерен, инанысын мәлендә дөрөҫ итеп әйтә белһә, киләсәк өмөтлө!
Читайте нас: