— Республиканың киләсәге хәл ителгән мәлдә үҙ халҡын, ғәзиз төйәген бар йөрәктән яратҡан бер генә кеше лә битараф ҡала алмайҙыр. Мин дә үҙ бурысымды атҡарыу өсөн тыуған еремә — Әлшәй районы Ҡармыш ауылына ҡайттым. Алтын көҙҙөң сыуаҡ мәле, салт аяҙ ҡояш байрам кәйефе өҫтәй, күңелдәрҙе йылыта. Ғаиләбеҙҙә бындай сараларға етди ҡарайҙар, бер һайлауҙан да ситтә ҡалғаныбыҙ юҡ, — ти Ләйлә. — Көнитмешебеҙҙе яҡшыртыр, киләсәгебеҙгә ныҡлы нигеҙ ташы һалыр өсөн өсөн заман менән бергә атлаған, булдыҡлы, белемле Башлыҡ кәрәк. Йәштәргә таянған, уларҙың талантын үҫтереү өсөн гранттар булдырған етәксе, йәш көстәргә таянып, социаль һәм иҡтисади проблемаларҙан сығыу юлдарын еңел табасаҡ. Тағы ла шуныһы — республика етәксеһе халыҡ менән бер бөтөн булырға, уны борсоған һорауҙарҙы төптән белергә тейеш. Мин тап шундай лидер өсөн тауыш бирҙем.
Әйткәндәй, Ҡармыш ауылында урынлашҡан 843-сө һайлау учаскаһында, киске 5-кә ярашлы мәғлүмәт буйынса, 502 тауыш биреүсенең 70 проценттан ашыуы үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән дә инде.