Все новости
Новости
8 Сентября 2019, 01:56

3 меңдән ашыу кеше "Шайморатов генерал" йырын бергә башҡарҙы

Бөгөн "Торатау" конгресс-холы янындағы майҙанда Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арнап Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ойошторған флешмоб үтте. Сарала баш ҡала халҡынан тыш, республиканың төрлө райондарынан килгән өс меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Йондоҙ рәүешендә теҙелеп баҫып, халыҡ берҙәй булып, рух күтәренкелеге менән "Шайморатов генерал" йырын башҡарҙы.

Данлыҡлы генералдың тыуған төбәге — Ҡырмыҫҡалы районынан сарала ҡаташыу өсөн 50-нән ашыу кеше килгән. Улар араһында Шайморатов(Биштәкә) ауылынан 85 йәше менән барған Әфҡәт Ниғмәтуллин һәм уның 5 йәшлек бүләһе Динислам да бар. "Герой яҡташыбыҙға арналған был йырҙы беҙ яттан беләбеҙ, сөнки бәләкәйҙән уны ҙур ғорурлыҡ менән йырлай торғайныҡ, бөгөн дә ғорурланып, оло ихтирам менән башҡарабыҙ. Бөгөнгө сарала ҡатнашыуыма бик шатмын. Йәштәр үҙ тарихын, батырҙарын онотмаһын, донъялар имен булһын, " — ти абруйлы ир-уҙаман.
Автор фотолары
Читайте нас: