Яңы миҙгелдә тамашасылар иғтибарына түбәндәге тамашалар тәҡдим ителә: 10 сентябрҙә — «Бәхет хаҡы», 12 сентябрҙә — «Бомба», 18 сентябрҙә — «Ҡара йөҙҙәр» һәм 19 сентябрҙә «Хыялға ҡаршы» спектаклдәре.
15 сентябрҙә труппаның бер өлөшө «Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле менән Грозныйҙа (Чечен Республикаһы) «Федерация» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә ҡатнашасаҡ. Спектакль Нуралидов исемендәге Чечен дәүләт драма театры сәхнәһендә күрһәтелә. Һуңынан спектакль декорациялары бөтә ил буйлап Иркустскиға Вампилов исемендәге Халыҡ-ара заманса драматургия театр фестиваленә юллана. 22 сентябрҙә спектаклде Н. Охлопков исемендәге Иркутск академия драма театры тамашасылары ҡарай ала.
20 сентябрҙә театр «Театр төнө» акцияһында ҡатнаша. Киске сәғәт 6-нан Кесе залда тамашасылар өсөн «Самрау» балалар театр студияһы сығыш яһай. Сәғәт 7-нән Ҙур залда йәш режиссер Фирғәт Ғарипов әҙерләгән программа башлана.
Артабанғы көндәрҙә театрҙы капиталь ремонт көтә. Был осорҙа труппа ваҡытлыса Башҡорт опера һәм балет театрына күсәсәк.