Башҡортостан тәбиғәте фонында Мостай Кәримдең портреты төшөрөлгән конверт почта әйләнешенә сыҡты. Ул күренекле шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына бағышланған.
Яңы конверттың коллекционерҙарҙа ла, әҙәбиәт һәм тарих яратыусыларҙа ла ҡыҙыҡһыныу уятыуы шик тыуҙырмай, сөнки республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель һәм марка ла почта әйләнешенә сыҡты. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килгән дә инде.