Комплекс дүрт ҡаттан торасаҡ, унда аквариумдар зонаһы, 700 урынлыҡ дельфинариум, тропик ботаника баҡсаһы, террариумдар, крокодил, гөбөргәйел, питондар һәм анакондалар өсөн вольер буласаҡ. Инвестор был күңел асыу үҙәгенә 700 млн. һум аҡса һалырға ниәтләй. Төҙөлөш киләһе йыл башланасаҡ, тип күҙаллана.