Башҡортостан Фәндәр академияһы мобиль телефондар өсөн “Башҡорт теле буйынса үҙөйрәткес” сығарырға ниәтләй. Фәнни-тикшеренеү эшен башҡарыусыға 2,5 миллион һум түләргә әҙерҙәр. Билдәләнгән ваҡыт эсендә телдең лексикаһы, морфемикаһы, грамматикаһы буйынса тикшереү үткәреп, нисек уны киң даирә өсөн аңлайышлы, еңел ҡушымта итеп тәҡдим итеү юлдарын барлар кәрәк. Бынан тыш, ҡушымтаға бәйле фәнни эш һөҙөмтәләре тураһында мәҡәлә яҙып, уны абруйлы баҫмаларҙа баҫтырып сығарыу ҙа шарт.