Все новости
Новости
30 Августа 2019, 17:48

“Шайморатов М.М. – кеше һәм яугир”

27 августа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Шайморатов М.М. – кеше һәм яугир” тип аталған күргәҙмә асылды.

27 августа 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында (Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27) генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовтың тыуыуына 120 йыл тулыуға арналған “Шайморатов М.М. – кеше һәм яугир” тип аталған күргәҙмә асылды. Бында музей фондында, Башҡортостан Республикаһының Милли музейында, Башҡортостан Республикаһының Милли архивында, Республика Хәрби дан музейында һаҡланған документтар, фотографиялар һәм легендар комдивтың тормош һәм хәрби юлы менән бәйле башҡа мәғлүмәт урын алған. Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфөнөң Дим районы хакимиәте ярҙамы менән ойошторолған был күргәҙмә 27 октябргә тиклем эшләйәсәк, артабан республиканың башҡа ҡалалары һәм райондары музейҙарында халыҡ иғтибарына ҡуйыласаҡ.
Читайте нас: