Все новости
Новости
30 Августа 2019, 15:32

“Башҡортостандың алтын сопраноһы” Ботаника баҡсаһын сәхнәгә әйләндерҙе

“Башҡортостандың алтын сопраноһы” тип нарыҡланып өлгөргән талант эйәһе, йырсы Диләрә Иҙрисова Мәскәүҙә үткән “Barocco nights” халыҡ-ара опера фестиваленән Өфөгә тик ыңғай тәьҫораттар менән генә ҡайтты.

“Башҡортостандың алтын сопраноһы” тип нарыҡланып өлгөргән талант эйәһе, йырсы Диләрә Иҙрисова Мәскәүҙә үткән “Barocco nights” халыҡ-ара опера фестиваленән Өфөгә тик ыңғай тәьҫораттар менән генә ҡайтты.
“Барокко төндәре” – ул жанрҙар һәм дәүерҙәр ҡатнашмаһы, боронғо барокконың заманса яңғырашы. Рәсәйҙә тәүгә уҙғарылған фестиваль Мәскәү дәүләт университетының Ботаника баҡсаһында асыҡ һауала уҙа. Фестивалдә барокко осоро маэстроларының ижад емештәре яңы һулыш ала. 1 сентябргә тиклем дауам итәсәк йыр байрамында Германия, Италия, Польша, Австрия һәм Рәсәй йырсылары Гендель, Перселл, Фаринелли, Вивальди әҫәрҙәре менән тамашасының рухи зауығын ҡәнәғәтләндерергә әҙер.
Донъяның опера майҙандарында төп партияларҙы башҡарыусы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, “Operalia” конкурсының ярымфиналисы, Тулузала (Франция) уҙған халыҡ-ара опера йырсылары конкурсында икенсе Гран-прины яулаусы, 2017 йылда Генделдең “Геракл” операһындағы Иола роле өсөн “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһы лауреаты, Рәсәйҙә лә, сит илдә лә берҙәй танылыу яулаған Башҡортостан һандуғасы Мәскәү сәнғәт һөйөүселәренә “Британия Орфейы” тигән ҙур программа тәҡдим итте. Тамашасы “Башҡортостандың алтын сопраноһы” башҡарыуында Перселлдың ижад емештәрен тыңлап кинәнде.
“Һауа торошоноң һалҡын булыуына ҡарамаҫтан, Мәскәү тамашасыһы айырыуса йылы ҡаршы алды, – тип бүлеште уй-тойғолары менән Диләрә Иҙрисова. – Перселл, әлбиттә, мин башҡарған композиторҙарҙан айырыла, шуға ла уның әҫәрҙәрен башҡарыу үҙенә күрә бер эске көйләү, ынтылыш талап итә. Фестиваль миндә тик йылы тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы!”
Читайте нас: