Все новости
Новости
28 Августа 2019, 14:18

Уҡлыҡая итәгендә IV Халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте

23- 25 августа Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая итәгендә традицион уҡ атыу буйынса IV Халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте.

Фото: Бәйләнештәге "Мәргән уҡсы" төркөмөнән
Фото: Бәйләнештәге "Мәргән уҡсы" төркөмөнән
23- 25 августа Ғафури районы Имәндәш ауылы эргәһендәге Уҡлыҡая итәгендә традицион уҡ атыу буйынса IV Халыҡ-ара “Мәргән уҡсы” фестивале үтте. Халыбыҙҙың тарихи, этник, мәҙәни мираҫын өйрәнеү һәм пропагандалау маҡсатын ҡуйған был сара республикала ғына түгел, сит өлкәләрҙән дә билдәлелек яуланы. Быйыл Башҡортостандан тыш Дағстандан, Омск, Төмән, Екатеринбург, Силәбе ҡалаларынан, Төркиәнән, Литванан, Ҡаҙағстандан, Беларус Республикаһынан йөҙҙән ашыу уҡсы ҡатнашты. Беренсе көндә атта сабып барған килеш уҡтан атыу буйынса Ғафури районы башлығы призы өсөн ярыш ойошторолдо, һөҙөмтәлә Әбйәлил районынан Рушан Хәсәнов – беренсе, Өфөнән Юлай Ғәлиуллин – икенсе, Өфөнән Денис Өмөтбаев өсөнсө урынға лайыҡ булды.
Икенсе көн айырым уҡсылар араһында үткәрелгән “Мәргән уҡсы” турнирында беренсе урынды Бөрйән районынан Салауат Юлбирҙин, икенсе урынды шул уҡ райондан Дим Юлбирҙин, өсөнсө урынды Учалы ҡалаһынан Руслан Әхмәҙиев яуланы. Ҡатын-ҡыҙҙар араһынданда үткәрелгән бәйгелә беренселекте Бөрйән районынан Әлиә Ишморатова, икенсе урынды Ғафури районынан Гүзәл Ибәтуллина, өсөнсө урынды Әбйәлилдән Гүзәлиә Хәлилова яуланы. Байрамдың өсөнсө конөндә Башҡортостандың йыйылма командаһы, башҡа региондарҙан һәм сит илдәрҙән килгән ярышсылар “Евразия кубогы” өсөн көс һынашты. Был юлы Бөрйәндән Салауат һәм Сынбулат Юлбирҙиндар, Омск ҡалаһынан Даниил Вяткин иң мәргән тип табылды. Фестиваль сиктәрендә шулай уҡ милли спорт төрҙәрен үҫтереү буйынса түңәрәк өҫтәл, уҡ атыу, башҡорт аш-һыуҙары әҙерләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре, биҙәү-ҡулланма өлгөләре күргәҙмәһе ойошторолдо.
Фото: Бәйләнештәге "Мәргән уҡсы" төркөмөнән
Читайте нас: