Башҡортостанда “Минең ғаиләм” тигән исем аҫтында яңы проект старт алды. Уның презентацияһын Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова үткәрҙе. Был проектҡа ярашлы ата-әсәһе эскелеккә бирелеп, балалары дәүләт ҡарауы аҫтына алынған ғаиләләргә ярҙам күрһәтеләсәк.
Лилиә Ғүмәрова: “Ата-әсәләрҙең спиртлы эсемлектәр менән мауығыуы арҡаһында социаль етемдәр барлыҡҡа килә. Айырылышыуҙар ҙа күп ваҡытта шул арҡала килеп сыға. Был проект ошондай хәлгә ҡалған ғаиләләргә ярҙам йөҙөнән булдырыла”, – тиеп белдерҙе.
Әйтеп китеү кәрәк, быйыл Башҡортостанда ата-әсәһенең спиртлы эсемлектәрҙе артыҡ ҡулланыуы арҡаһында 400-ҙән ашыу бала социаль приютҡа эләккән. Проекттың төп маҡсаты – ошондай ғаиләләргә ярҙам ҡулы һуҙыу. Тәү сиратта ата-әсә менән эшләйҙәр. Уларҙың хәленә ҡарап, медицина ярҙамы билдәләнә. Башта дауалау, шунан – реабилитация. Иң мөһиме ремиссия осорон күҙәтеү аҫтына алыу зарур. Ошо аҙымдар үтелгәс кенә, бала ғаиләһенә ҡайта ала.
Оҡшаш тәжрибә Әстерхан өлкәһендә уңышлы алып барыла. Шуға ла был төбәккә тәжрибә уртаҡлашыу маҡсатында эшсе төркөм ебәреү ниәтләнә.