Все новости
Новости
26 Августа 2019, 11:03

Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

21 августа Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бығаса ФАП 1972 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан һәм заманса талаптарға, нормаларға тап килмәгән. ФАП өсөн яңы бүлмә балалар баҡсаһы бинаһында бирелгән. Уға айырым айырым инеү урыны ҡаралған.

Фото: Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан
Фото: Пресс-служба Министерства здравоохранения Республики Башкортостан
21 августа Туймазы районының Ҡандракүл ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бығаса ФАП 1972 йылда төҙөлгән бинала урынлашҡан һәм заманса талаптарға, нормаларға тап килмәгән. ФАП өсөн яңы бүлмә балалар баҡсаһы бинаһында бирелгән. Уға айырым айырым инеү урыны ҡаралған. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.
Ремонт эштәре һәм биләмәне төҙөкләндереү Туймазы үҙәк район дауаханаһының ремонт-төҙөлөш бригадаһы тарафынан башҡарылды.
Яңы ФАПта прививка һәм процедура, халыҡты ҡабул итеү бүлмәләре, ҡарау бүлмәһе, дарыуҙарҙы, дезинфиция иретмәләрен һаҡлау урындары, персонал өсөн бүлмә, персонал һәм килеүселәр өсөн санузелдар бар.
Фельдшер-акушерлыҡ пунктының ҡеүәте 600-ҙән ашыу кеше йәшәгән ике ауыл халҡына беренсе медицина-санитария ярҙамын күрһәтеүгә иҫәпләнгән. Был ФАПта сифатлы медицина ярҙамын күрһәтеү өсөн бар шарттар ҙа ҡаралған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2019 йылда Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектын тормошҡа ашырыу өсөн 5 млрд һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү ҡаралған, шуларҙың 2,5 млрд һумы — федераль бюджеттан.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: