Все новости
Новости
23 Августа 2019, 17:52

Өфө “Кино төнө”нә ҡушыла

24 августа Өфө бөтә Рәсәйҙә үткән “Кино төнө” акцияһына ҡушыла. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Акция “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Кинотеатр, концерт залдары, музей һәм китапханаларҙа был кистә тамашасыларҙы бушлай махсус программа көтә.

24 августа Өфө бөтә Рәсәйҙә үткән “Кино төнө” акцияһына ҡушыла. Был хаҡта республиканың мәҙәниәт министрлығы хәбәр итә. Акция “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә атҡарыла. Кинотеатр, концерт залдары, музей һәм китапханаларҙа был кистә тамашасыларҙы бушлай махсус программа көтә.
Фильмдарҙы бер нисә майҙанда ҡарарға мөмкин. Киномарафон бөгөн, 23 августа республиканың һуҡырҙар өсөн махсус китапханаһында көндөҙгө 3-тә башлана. Ҡунаҡтар “Алдар менән Һоро бүре” исемле йәнһүрәт ҡарай ала. Әйткәндәй, ул тифлокомментарийҙар (телдән һөйләп аңлатыу. Тамашасы ҡолаҡсындар аша дикторҙың аңлатмаларын тыңлау мөмкинлегенә эйә – Р.Ғ.) менән оҙатылып барасаҡ.
24-ендә “Родина” кинотеатрында киске 8-ҙән алып “Балканский рубеж”, «Домовой» һәм «Полицейский с Рублёвки» фильмдары күрһәтелә. Улар бөтә Рәсәй интернет тауыш биреү һөҙөмтәһендә һайлап алынған. Бында шулай уҡ республикала төшөрөлгән фильмдарҙы ла ҡарарға була.
Өфө ҡала планетарийы “Рәсәй киноһы интернетта” тигән онлайн-презентация күрһәтергә ниәтләй.
Һаулығы сикләнгән бәләкәс тамашасылар үҙәк ҡала балалар китапханаһына килеп, субтитрлы фильм, йәнһүрәттәр ҡарай ала. Сеанстар киске 6-ла башлана.
Хәрби дан музейында “Кино төнө” киске 5-тә асыла. Иң бәләкәстәргә Рим Шәрәфетдиновтың башҡорт халыҡ әкиәттәре буйынса яңы төшөрөлгән “Тылсымлы тарих” анимация фильмы, “Алдар менән Һоро бүре”, “Юлдыбай һунарсы” йәнһүрәттәре күрһәтелә, ә 6-сы яртыла өлкәндәр Булат Йосоповтың “Беренсе республика” фильмын ҡарау мөмкинлегенә эйә. Музейҙағы “Кино төнө” 8-се 20 минутта Айнур Асҡаровтың “Из Уфы с любовью” фильмы менән тамамлана.
Дим биҫтәһенең мәҙәниәт һәм ял паркында, Ҡала мәҙәниәт һарайы алдында фильмдарҙы асыҡ һауала ҡарарға мөмкин. Бының өсөн тышта экрандар урынлаштырыла.
Өфө янында урынлашҡан башҡа мәҙәниәт йорттары ла “Кино төнө”нә үҙ программаларын әҙерләгән.
Шәмбе кисен файҙалы ла, мауыҡтырғыс та итеп үткәргеһе килгән һәр тамашасыны мәҙәниәт усаҡтары ихлас көтөп ҡала.
Читайте нас: