24 августа Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында йыл һайын ҡабатланған “Һөт иле-2019” фестивале уҙа.
Ул 2011 йылдан алып үткәрелә. Йылдан-йыл фестиваль ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары арта бара. Әйтәйек, 2018 йылда уларҙың һаны 54 меңгә еткән.
“Һөт иле-2019” фестивалендә халыҡ яратып өлгөргән һөт загсы, сыр эшләүселәр конкурсы, һөт циркы, аттракциондар, спорт майҙансығы, фудкорт, һөт йәрминкәһе, һөт фермаһы һымаҡ күңел асыу сараларынан тыш, яңылары ла көтөлә.
Һәр йылдағыса бер ҡунаҡ та һөттән ауыҙ итмәй ҡалмаясаҡ, ти ойоштороусылар.
Фестивалдә “Һөткә юл!” тип исемләнгән 8-се автоуҙыштың ҡатнашыусылары ла көтөлә. Ул 19 августа старт алғайны. Автоуҙыш Киров өлкәһе, Удмурт Республикаһы аша үтеп, әле Башҡортостанға етте. Уның финиш нөктәһе итеп Салауат Юлаев майҙаны тәғәйенләнгән.