Все новости
Новости
21 Августа 2019, 14:37

Свердловск өлкәһендә XVII Төбәк-ара «Ирбит йәрминкәһе» күргәҙмә-йәрминкәһе үтте

Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһында XVII Төбәк-ара «Ирбит йәрминкәһе» күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Йәрминкәгә килеүселәрҙе «Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы» ойошмаһы башҡорт ихатаһы менән таныштырҙы. Шулай уҡ сара сиктәрендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау һәм уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Фото: kulturarb.ru
Фото: kulturarb.ru
Свердловск өлкәһенең Ирбит ҡалаһында XVII Төбәк-ара «Ирбит йәрминкәһе» күргәҙмә-йәрминкәһе үтте. Был хаҡта «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы хәбәр итә.
Сарала Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов һәм ҡурайсы Рөстәм Баһаув ҡатнашты.
Йәрминкәгә килеүселәрҙе «Свердловск өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы» ойошмаһы башҡорт ихатаһы менән таныштырҙы. Шулай уҡ сара сиктәрендә ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнау һәм уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо. Ә «Ирбит йәрминкәһе»нең төп сәхнәһендә ижади коллективтар һәм артистар ҡатнашлығында концерт үтте.
Читайте нас: