Все новости
Новости
19 Августа 2019, 11:00

«Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрен интернет селтәре аша тура эфирҙа күрһәтеү күҙаллана

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры спектаклдәрен быйыл уҡ интернет селтәре аша тура эфирҙа күрһәтеү күҙаллана. Был «Мәҙәниәт» милли проектына ярашлы театр сәнғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итер, тип көтөлә. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтенең рәсми сайтында хәбәр ителә.

— Милли проект буйынса беҙ 2024 йылғы тиклем тамашасылар һанын 15%-ҡа арттырырға, хатта алыҫ ауылдарҙа йәшәүселәр ҙә үҙҙәрен театрға яҡыныраҡ тойһон өсөн тырышырға бурыслыбыҙ. Спектаклдәрҙе онлайн рәүештә ҡарау бушлай түгел, әммә хаҡы билеттан арзаныраҡ буласаҡ. Идеяны тормошҡа ашырырға белгестәр ылыҡтырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, — тип бүлеште театр директоры Иршат Фәйзуллин. Идеяны быйыл уҡ тормошҡа ашырыу күҙаллана, тип аныҡлыҡ индерҙе ул.
Был мәҙәниәт усағының аудиторияһын киңәйтергә һәм сәнғәтте популярлаштырырға мөмкинселек бирәсәк, тип билдәләне директор. Театр спектаклдәренә билеттар 350-400 һум самаһы тора, йылына унда 110 меңдән ашыу тамашасы йөрөй. Пландарҙа шулай уҡ музей театрын цифрлаштырыу, тип өҫтәне Иршат Фәйзуллин. «Музейҙа актерҙарҙың портреттары, спектаклдәрҙан костюмдар, афишалар, төрлө эскиздар ҡуйылған. Шунда уҡ 20-се быуаттың 30-сы йылдарынан алып актерҙар досьеһы һаҡлана. Уның эсендә гәзиттә сыҡҡан мәҡәләләр өҙөктәр, уның ролдәре, фотолары һәм башҡалар тураһында мәғлүмәт инә», — тип һөйләне ул.
Читайте нас: