Все новости
Новости
19 Августа 2019, 21:11

Ғафури районында башҡорт уҡсыларына һәйкәл ҡуйылды

Ғафури районының Имәндәш ауылында башҡорт уҡсыларына һәйкәл ҡуйылды. Этник арт-объект Уҡлы-ҡая янында ҡуйыла — был ерҙә төрлө дәүерҙә боронғо уҡтар табылған.

Фото: пресс-служба Всемирного курултая башкир
Фото: пресс-служба Всемирного курултая башкир
Ғафури районының Имәндәш ауылында башҡорт уҡсыларына һәйкәл ҡуйылды. Был проектты Ғафури районы хәкимиәте ярҙамында рәссам-педагог Илдар Шәйәхмәтов тормошҡа ашырған. Этник арт-объект Уҡлы-ҡая янында ҡуйыла — был ерҙә төрлө дәүерҙә боронғо уҡтар табылған.
Риүәйәттәр буйынса, борон-боронда тап ошо урында йәш уҡсылар өсөн бәйгеләр ойошторолған. Ярышта егеттәргә уҡтарын иң бейек ҡаяға тейҙерергә кәрәк булған. Бәйгесенең уғы сәпкә барып тейә икән, тимәк, шул егет иң көслө, өҫта уҡсы тип һаналған.
Әйткәндәй, уҡсылар өсөн бәйгеләр бында хәҙерге ваҡытта ла йыш ойошторола. Мәҫәлән, 23-25 августа Имәндәш ауылында IV халыҡ-ара «Мәргән уҡсы» фестивале буласаҡ.
Читайте нас: