Все новости
Новости
16 Августа 2019, 10:50

Башҡортостан “Фән” милли проекты сиктәрендә ғилми үҙәк булдырыуға дәғүә итә

Владимир Путин ҡул ҡуйған Указға ярашлы, 2018 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәйҙә «Фән» милли проекты тормошҡа ашырыла. Республика ошо проект сиктәрендә ғилми белем биреү үҙәктәре булдырыуға үткәрелгән конкурста ҡатнашырға ниәтләй.

– Беҙ бер нисә проект тәҡдим итәбеҙ. Шуларҙың береһе углеводородтар сығарыу һәм эшкәртеүҙә цифрлы технологиялар менән бәйле, – тип белдерҙе БР Фәндәр академияһы президенты Әлфис Ғаязов. – Икенсе йүнәлеш врач ярҙамының кимәлен күтәреүгә булышлыҡ иткән юғары технологиялы медицина булдырыуға ҡағыла. Һуңғыһы осоу аппараттарының перспективалы көс ҡоролмаларын һәм ерҙәге энергия системаларын булдырыуға ҡағылышлы.
Өс йүнәлеш буйынса эш алып барыр өсөн дә Башҡортостанда кәрәкле шарттар етерлек.
#национальныепроекты; #нацпроекты; #региональныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан #ВладимирПутин
Читайте нас: