Все новости
Новости
14 Августа 2019, 16:14

Башдрамда «Ҡыҙ урлау» спектакленең премьераһы буласаҡ

8 октябрҙә Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры Мостай Кәрим пьесаһы буйынса «Ҡыҙ урлау» спектакленең премьераһын күрһәтәсәк. Ул Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллыҡ юбилейына арналған.

Спектаклдең режиссеры Илсур Ҡаҙаҡбаев әйтеүенсә, «Башҡорт драма театрының капиталь ремонты арҡаһында, спектакль Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Ҙур залында күрһәтеләсәк».
Быйыл Башҡорт академия драма театрының 100-cө сезоны эшен башлай. Үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын ул 4 декабрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының сәхнәһендә билдәләйәсәк.
Читайте нас: