Все новости
Новости
12 Августа 2019, 13:37

Шамониндар Ҡорбан байрамына ҡушылды

Бөтә донъя мосолмандары иң мөһим байрамдарҙың береһе Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Өфө районы Шамонин ауылы мосолмандары өсөн дә был яратҡан байрамдарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа ауылда дингә ҡарата иғтибар артыуы ҡыуаныслы күренеш.

Бөтә донъя мосолмандары иң мөһим байрамдарҙың береһе Ҡорбан ғәйетен билдәләй. Был көндәрҙә иман йорттарында изге доғалар ҡылына, байрам табындарына туғандар, дуҫтар йыйыла.
Өфө районы Шамонин ауылы мосолмандары өсөн дә был яратҡан байрамдарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа ауылда дингә ҡарата иғтибар артыуы ҡыуаныслы күренеш. Мәсеттең төҙөлөп кенә ятыуына ҡарамаҫтан, уның ишектәре барыһына ла асыҡ: бына бәпескә исем ҡушалар, бергәләп ураҙа тоталар, ифтар сәйҙәре эсәләр, имамдың лекцияларын тыңлайҙар. Мәсет яҡын -тирәләге мосолмандарҙың ғына түгел, барлыҡ диндарҙарҙың осрашыу урынына, иман көҫәгәндәрҙең изге йортона әйләнеп тә өлгөрҙө.
Ҡорбан салырға теләүселәрҙең йылдан -йыл артыуын иҫәпкә алып, быйыл бында ҡорбан малын салыуға тәғәйенләнгән махсус майҙансыҡ әҙерләнгән.
Шамониндың әүҙем әсәйҙәре, көтөлгәнсә, изге байрамға үҙ өлөштәрен индермәй ҡалманы. Улар хәйриә акцияһы иғлан итеп йәрминкә ойошторҙо, килгән аҡса төҙөлөп ятҡан мәсеткә китәсәк.
Йола буйынса Ҡорбан ғәйете өс көн дауам итә. Был арала мосолмандар бер -береһенә ҡунаҡҡа йөрөй, хәйер - саҙаҡа тарата, теләгәндәр ҡорбан салып яҡындарын һыйлай, мохтаждарға ла өлөш сығара. Ҡорбан байрамы вәғәз уҡып, ҡорбан салыуҙан ғына ғибәрәт түгел, был көн тәү йәһәттән рухи сафлыҡ, камиллыҡ, миһырбанлылыҡ, шәфҡәтлелек билдәһе, күңелдәрҙә иман нуры уятыусы, татыулыҡҡа әйҙәүсе ғәмәл икәнен дә иҫтә тотайыҡ.
Фото: Гөлназ Рәхмәтова
Читайте нас: