Все новости
Новости
7 Августа 2019, 18:49

«Ҡатай һылыуы» һәм «Ҡатай батыры» кем буласаҡ?

17 августа Ҡыйғы районының Алағуз ауылында VIII “Ҡатай йәштәре йыйыны” этнофорумы һәр йылдағыса Башҡортостанда, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән Ҡатай ырыуы вәкилдәрен йыясаҡ. Форум барышында ҡатай егеттәре һәм ҡыҙҙары үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡарай ала: «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры-таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай».

17 августа Ҡыйғы районының Алағуз ауылында VIII “Ҡатай йәштәре йыйыны” этнофорумы һәр йылдағыса Башҡортостанда, Ҡурған, Силәбе өлкәләрендә һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән Ҡатай ырыуы вәкилдәрен йыясаҡ.
Форум барышында ҡатай егеттәре һәм ҡыҙҙары үҙҙәрен төрлө конкурстарҙа һынап ҡарай ала: «Ҡатай һылыуы», «Ҡатай батыры-таш күтәреү», «Ҡатай көрәше», «Мәргән уҡсы», «Йәш Ҡатай».
«Ҡатай һылыуы» конкурсы 16 йәштән 23 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында үткәрелә. Һылыуҙар үҙҙәре тураһында һөйләп, ижади һәләттәрен, милли аштарҙы әҙерләү буйынса таһыллыҡтарын күрһәтергә тейеш.
«Ҡатай батыры» исемен яулар өсөн 16 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге ҡатай егеттәре 5-тән 100 килограмға тиклем ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреүҙә һынашасаҡ.
«Ҡатай көрәше»ндә иһә 16 йәштән алып 35 тиклемгеләр ҡатнаша ала.
«Мәргән уҡсы» конкурсы 5 этаптан торасаҡ. Был конкурста ҡатнашыр өсөн милли костюмың булыуы мотлаҡ.
3 йәштән алып 7 йәшкә тиклемге йәш ҡатайҙар өсөн «Йәш Ҡатай» исемле һүрәт төшөрөү бәйгеһе, 7 йәштән алып 15 йәшкә тиклемгелер өсөн дә төрлө конкурстар ҡаралған.
Байрамға килеүселәрҙе башҡорт милли күргәҙмә-йәрминкәһе, башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында концерт һәм дискотека көтә.
Сара 12 сәғәттә башлана. Заявкалар ошо адрес буйынса 14 авгусҡа тиклем ҡабул ителә: [email protected]
Ойоштороусылары: БР Мәҙәниәт министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Ҡыйғы районы муниципаль район хакимиәте.
Читайте нас: