Все новости
Новости
6 Августа 2019, 18:20

Өфөлә «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамы уҙасаҡ

Ҡорбан байрамы айҡанлы 11 августа Өфөнөң «Башкирия» Лайфстайл үҙәге алдындағы майҙанда һәм «Ватан» этно-паркында «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамы үтәсәк. Сара рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, экстремизмды профилактикалау, төрлө милләткә һәм дингә ҡараған кешеләр араһында туғанлыҡ ептәрен нығытыуға йүнәлтелгән.

Ҡорбан байрамы айҡанлы 11 августа Өфөнөң «Башкирия» Лайфстайл үҙәге алдындағы майҙанда һәм «Ватан» этно-паркында «Ҡорбан Хәләл Fest» байрамы үтәсәк.
Сара рухи ҡиммәттәрҙе нығытыу, сәләмәт тормош алып барыуға әйҙәү, экстремизмды профилактикалау, төрлө милләткә һәм дингә ҡараған кешеләр араһында туғанлыҡ ептәрен нығытыуға йүнәлтелгән. Ойоштороусылар рәтендә – социаль әһәмиәтле проекттарға ярҙам күрһәтеү һәм үҫтереү менән шөғөлләнгән “Ферзь эшлекле клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы, Өфө ҡалаһы хакимиәте, “Сәләм” хәйриә фонды, Халыҡ-ара ислам эшҡыуарлығы ассоциацияһы, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты идаралығы.
Байрамда көрәш, волейбол, уҡтан атыу, регби һәм пейнтбол буйынса спорт ярыштары ҡаралған. Сара концерт менән оҙатылып барасаҡ. Байрамдың иң “тәмле” өлөшөндә ҡунаҡтар ҡайнар былау ауыҙ итә аласаҡ.
«Ватан» этно-паркында сара 11 сәғәттән алып 16 сәғәткә тиклем, ә «Башкирия» Лайфстайл үҙәге майҙанында 11 сәғәттән алып 15 сәғәткә тиклем буласаҡ.
Читайте нас: