Все новости
Новости
6 Августа 2019, 18:30

Башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн яңы веб-ресурс эшләнә

Республикала башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә. «Интерактив башҡорт теле» проекты башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү һәм йәнле һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиаконтенттан торасаҡ. Унда интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлек, 34 темаға күнекмәләр ҡаралған. 

Республикала башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү өсөн веб-ресурс эшләнә. «Интерактив башҡорт теле» проекты Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында бойомға ашырыла. Веб-ресурс өҫтөндә мәғарифты үҫтереү институты командаһы эшләй, тип хәбәр итә “Башҡортостандың мәҙәни донъяһы” порталы.
Проект башҡорт телен үҙ аллы өйрәнеү һәм йәнле һөйләү телмәрен үҫтереү өсөн медиаконтенттан торасаҡ. Унда интерактив онлайн-дәрестәр, видеороликтар, һүҙлек, 34 темаға күнекмәләр ҡаралған.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, веб-ресурс тест режимында көҙ әҙер була.
Читайте нас: