Все новости
Новости
5 Августа 2019, 15:05

Ғафури районында ағинәйҙәр йыйыны үтте

3 августа Ғафури районының Уҡлыҡая яланында республика "Ағинәй" төбәк ойошмаһының " Сигеүҙәрҙә - күҙ нуры " тип аталған йыйыны үтте. Байрамда республиканың 40 ашыу районынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән ҡунаҡтар ҡатнашып, халҡыбыҙҙың ҡул эштәре һәм уларға бәйле йолалар менән танышты.

3 августа Ғафури районының Уҡлыҡая яланында республика "Ағинәй" төбәк ойошмаһының " Сигеүҙәрҙә - күҙ нуры " тип аталған йыйыны үтте. Был Гөлфиә Янбаева етәкләгән республика йәмәғәт ойошмаһының дүртенсе йыйыны. Байрамда республиканың 40 ашыу районынан, шулай уҡ күрше өлкәләрҙән ҡунаҡтар ҡатнашып, халҡыбыҙҙың ҡул эштәре һәм уларға бәйле йолалар менән танышты. Баш ҡаланан килгән мәртәбәле ҡунаҡтар әүҙем тормош алып барған, рухи һәм тарихи тамырҙарыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәт һәм йолаларыбыҙҙы һаҡлауға тос өлөш индергән ағинәйҙәрҙе тәбрикләп, бүләктәр тапшырҙы.
Ҡунаҡтарҙы Ғафури районы ағинәйҙәре байрамса йыһазландырылған тирмәләрҙә ҡабул итеп, ҡул эштәре күргәҙмәләре менән таныштырҙы, милли аш-һыуҙарыбыҙҙы тәҡдим итте, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте, тәжрибә уртаҡлашты. Сәхнәлә "Өләсәйем һандығы" , "Йыйын" , "Ҡатыҡ тәмләшеү", "Ҡот ҡойоу” тигән һәм башҡа йолалар күрһәтелде.
Ғафури районы етәкселеге лә халыҡ менән бергә булды, хакимиәт башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, сараның мөһимлеген билдәләп, ағинәйҙәр хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Халҡыбыҙҙың рухи бағаналарын - ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларыбыҙҙы тергеҙеп, киләсәк быуынға тапшырыуҙы изге бурыс тип иҫәпләй был күркәм ҡорҙа ҡатнашыусылар.
Читайте нас: