Данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Өфөлә ҡуйыласаҡ һәйкәлдең проектына конкурс иғлан ителде.
Һәйкәл баш ҡаланың Совет майҙанында урын аласаҡ. Был урынды төҙөкләндереү, ағастар ултыртыу, автомобилдәр ҡуйыу өсөн ер аҫтында урын эшләү күҙалланған. Әлеге ваҡытта автомотранспорт ҡуйыу өсөн ҡулланылған Совет майҙанында геройға һәйкәл асыу кәрәклеге тураһында быйыл 28 июндә 5 Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайын асыу тантанаһындағы телмәрендә Башҡортостан Республикаһының башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйткәйне.
1942 йылдың 25 мартында нәҡ ошо майҙандан Шайморатов дивизияһын республика халҡы тантаналы рәүештә яуға оҙатҡан. Проектты тормошҡа ашырыу данлыҡлы генералға, барлыҡ яугирҙәр иҫтәлегенә оло хөрмәт билдәһе буласаҡ.
Конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙән тәҡдимдәр, проекттар һәм башҡа материалдар 2019 йылдың 26 авгусына тиклем Рәсәй рәссамдәр союзы Бөтә Рәсәй ижади йәмғиәт ойошмаһының Башҡортостан Республикаһы региональ бүлексәһендә ҡабул ителә.