Билдәле булыуынса, Рәсәйҙә 2019–2024 йй. иҫәпләнгән күп милли проекттар тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе – “Демография”. Уның сиктәрендә Башҡортостанда өс төбәк проекты эшләп килә.
“Башҡортостан Республикаһында балалар тыуған осраҡта ғаиләләргә финанс ярҙамы” тип аталғаны федераль кимәлдә күрһәтелгән ярҙамдан тыш, республика тарафынан ғаиләләрҙе иҡтисади яҡтан ҡурсыу, ярҙам итеү йәһәтенән эшләнәсәк аҙымдарҙы күҙ уңында тота. Проектҡа ярашлы, 2 төрлө аҡсалата ярҙам ҡаралған:
1) ғаиләлә тәүге бала тыуыу (уллыҡҡа алыныу) айҡанлы, ай һайын бирелә торған матди ярҙам. Ул аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең матди хәлен яҡшыртыуға йүнәлтелгән. 2019 йылға финанс ярҙам күләме 9182 һум тәшкил итә.
2) Ғаиләлә 3-сө йәиһә унан ары булып тыуған сабыйға 3 йәш тулғанға ҡәҙәр түләнә торған айлыҡ матди ярҙам. Ул 8993 һум тәшкил итә һәм күп балалы аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә түләнә.
“Башҡортостан Республикаһында балалар тыуған осраҡта ғаиләләргә финанс ярҙамы” төбәк проектының икенсе йүнәлеше – түлһеҙлектән яфаланған ҡатындарға ЭКО процедураһын бушлай үтеү хоҡуғы.
Проект сиктәрендә тағы ла 3 һәм унан күберәк балалар тәрбиәләүсе ғаиләләрҙе транспорт налогынан арындырыу ҡаралған (еңел автомобилдең көсө – 150, автобустарҙыҡы 125 ат көсөнән артмаҫҡа тейеш).
“Демография” милли проектын республикабыҙҙа Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы бойомға ашыра.