Все новости
Новости
26 Июля 2019, 14:22

Свердловск өлкәһендә Һабантуй үтте

Свердловск өлкәһендә үткән өлкә һабантуйына Урал федераль округынан 13 меңдән ашыу кеше килгән. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды.

Фото: vk.com/uralym
Фото: vk.com/uralym
Свердловск өлкәһендә үткән өлкә һабантуйына Урал федераль округынан 13 меңдән ашыу кеше килгән. Быйыл ул Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейына арналды. Ғәҙәттәгесә, Свердловск өлкәһендә үткән байрамға Урал федераль округы төбәктәре генә түгел, күрше республикаларҙан да ҡунаҡтар йыйыла.
Делегацияларҙы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов менән Татарстан Республикаһының премьер-министры урынбаҫары Вәсил Шәйхрәзиев етәкләне.
Ҡунаҡтарҙы Свердловск өлкәһе губернаторы урынбаҫары Азат Сәлихов ҡаршы алды. Башҡортостанда тыуған Азат Рәфҡәт улы милли байрамдар һәм йолалар менән яҡшы таныш, шуға ла Кадниковала үткән һабантуй гел юғары кимәлдә үткәрелә.
— Сәсеү эштәре һуҙылды, — тип шаяртты сараны асыу тантанаһында Азат Рәфҡәт улы. Губернатор урынбаҫары ауыл хужалығы алдынғыларына наградалар тапшырҙы: тәү сиратта Һабантуй уларҙың байрамы.
БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров исеменән ҡотлау уҡып ишеттерҙе. Рөстәм Рифат улы башҡорт халҡының рухи байлыҡтарын һаҡлауға һәм нығытыуға ҙур өлөш индергән эшмәкәрҙәрҙе юбилей миҙалдары менән бүләкләне. Шулай уҡ ул Урал федераль округындағы Башҡортостан республикаһы вәкиле Амур Хәбибуллинға уңышлы эше өсөн рәхмәт белдерҙе: Уралдағы бар һабантуйҙар ҙа төбәктәге даими вәкиллек ярҙамында үткәрелә.
Һабантуй биләмәһенең милли ихаталарында һөнәр һәм көнкүреш әйберҙәре, милли аш-һыу һәм кейем тәҡдим ителгән ине. Ҡунаҡтар сувенирҙар алды, тәмле сәк-сәк, башҡорт балы, эҫе былау менән һыйланды.
Яңауыл районы ҡорған сәхнәлә артистар сығыш яһаны. Бында шулай уҡ бай эскпозициялы тирмә ҡуйылып, ҡулдан эшләнгән милли биҙәүестәр менән һатыу ҙа ойошторолған ине.
Башҡортостан менән Татарстан артистары Һабантуйҙы дәртле көй-моңдары менән биҙәне. Нефтекама филармонияһы артистарының, популяр йырсы Ришат Төхвәтуллиндың сығыштары аншлаг менән үтте.
Мультиинструменталист Зәйнетдин этно-шоу программаһы менән халыҡты таң ҡалдырҙы. Быйыл музыкант Урал федераль округының барлыҡ һабантуйҙарында ла тиерлек Башҡортостан вәкиле булараҡ сығыш яһаны.
Һабантуйҙа көрәш һәм ат сабышы буйынса ярыштар уҙҙы. Еңеүселәрҙе Башҡортостан Республикаһы башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы бүләктәре: автомобиль һәм яҡшы тоҡомло бейә көтә ине. Яңы «Гранта»ға Миәкә районынан башҡорт батыры Айгиз Зәйнетдинов лайыҡ булды, бүләк ат шулай уҡ Башҡортостанға юлланды.
Кадниковола үткән байрам менән күрше республиканың 100-йыллығына бағышланған һабантуйҙар осоро тамамланһа ла, киләсәктә төрлө саралар буласаҡ. Сараны йомғаҡлап, төбәктәге даими вәкил Амур Хәбибуллин, Урал федераль округы төбәктәрендә Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт көндәрен, башҡорттар йәшәгән муниципалитеттарҙың тыуған көндәрен үткәрәсәкбеҙ, тип билдәләне.
Силәбе башҡорттарының «Уралым» киң мәғлүмәт сараларынан алынды.
Читайте нас: