Все новости
Новости
25 Июля 2019, 12:37

«Урал батыр» эпосының сәсмә версияһы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә донъя күргән

Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө «Урал батыр» эпосының сәсмә версияһы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә яңы баҫма булып донъя күргән.

Халҡыбыҙҙың бөйөк ҡомартҡыһы, быуындан-быуынға тапшырыла килгән бай хазинаһы, ауыҙ-тел ижадының һоҡланғыс өлгөһө «Урал батыр» эпосының сәсмә версияһы Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә яңы баҫма булып донъя күргән.
Эпостың был өлгөһөн 1956 йылда Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында йәшәүсе Исмәғил Рәхмәтуллиндан тел һәм әҙәбиәт белгесе Әхнәф Харисов яҙып алған. 2010 йылда «Китап» нәшриәтендә өс телдә баҫылған «Башҡорт халыҡ ҡобайыры - иртәктәре» тип аталған китапҡа ул «Урал батыр» (сәсмә версияһы) исеме менән ингән.
1990 йылдарҙа рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев был боронғо әҫәрҙе балалар өсөн «Урал батыр» әкиәте итеп сығарыу теләге менән эпостағы хәл-ваҡиғаларҙы тасуирлап төҫлө һүрәттәр төшөргән.
“Башҡорттоң борон-борондан күңеленә, фиғеленә һалынған иң гүзәл сифаттарының береһе – халҡына игелеклек күрһәтеүҙе данлаған был әҫәрҙе күҙ нурҙарын, күңел йылыһын һалып биҙәгән рәссам Ғәбдрафиҡ Мырҙашев үҙе лә ошо тиңһеҙ сифатҡа эйә. Сағыу рәсемдәр аша яуызлыҡ менән изгелек, үлем һәм үлемһеҙлек кеүек ҡапма-ҡаршылыҡ көрәшен балалар күңеленә барып етерлек итеп тасуирлай рәссам", - тиҙәр нәшриәттә.
Китап Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған.
Читайте нас: