Все новости
Новости
24 Июля 2019, 13:52

Өфөләге Еңеү паркы төҙөкләндереләсәк

Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына тиклем баш ҡалабыҙҙағы Еңеү паркын төҙөкләндереү мөһим. Өфө буйлап эш сәфәрендә йөрөгәндә мегаполис хакимиәте башлығы Өлфәт Мостафин паркты ла ҡарап сыҡты. Һәм уны яңыртыу эшен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Еңеү паркы баш ҡалабыҙҙың төнъяғында урынлашҡан. Гүзәл тәбиғәтле, һил ял итеү сығанағы булараҡ, ҡала халҡының иң яратҡан урындарының береһе булып иҫәпләнә.
Парк территорияһын яҡтыртыу системаһын алмаштырыу, Республика Хәрби дан музейы янындағы, тағы унда илтеүсе юлдарҙы яңыртыу – төп бурыстарҙың береһе. Парк эсендә күрһәткестәр ҡуйып сығыу иһә кешеләргә өҫтәмә уңайлылыҡ тыуҙырырға булышлыҡ итергә тейеш.
Балаларға уйын, спорт майҙансыҡтары төҙөү, А.Матросов менән М.Ғөбәйҙуллин һәйкәле янынан төшкән ерҙә, һаулыҡтары сикле граждандарҙың уңайлылығын хәстәрләп, пандустар һәм тотҡостар эшләү ҙә мөһим, тип билдәләне Өфө хакимиәте башлығы.
Төҙөкләндереү эштәре Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләү саралары башланғансы тамамланырға тейеш. Был турала ҡала хакимиәте сайты хәбәр итә.
Читайте нас: