Все новости
Новости
23 Июля 2019, 18:21

«Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале саҡыра

27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромы биләмәһендә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтә. Байрамға Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр үҙ продукцияһын алып киләсәк. Сара хаҡында тулыраҡ һылтанма буйынса уҡығыҙ.

27-28 июлдә «Аҡбуҙат» ипподромы биләмәһендә «Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы этно-фестивале үтә. Байрамға Башҡортостандың төрлө райондарынан ҡымыҙ етештереүселәр үҙ продукцияһын алып киләсәк.
Сарала ҡымыҙ бешеүселәр съезы үтәсәк, уларҙы уҡытыу ҙа ҡаралған. Ҡымыҙ етештереүселәр үҙенең ҡымыҙын иң яҡшыһы тип атау хоҡуғы өсөн дә ярышасаҡ.
«Йәйләү» башҡорт ҡымыҙы фестивалендә этно-ихата ҡороласаҡ, концерт, балалар һәм ололар өсөн оҫталыҡ дәрестәре, йәрминкә, «Ашмаркет» аш-һыу фестивале ойоштороласаҡ, шулай уҡ ҡымыҙ һәм сәй менән һыйланып ял итеү урыны буласаҡ.
Фестивалдең икенсе көнөндә «Терра Башҡортостан» ат-спорт турнирының сираттағы этабында ат сабышын ҡарарға мөмкин.
Сараның төп маҡсаты — «башҡорт ҡымыҙы» брендын тергеҙеү һәм пропагандалау. Байрам 27 июлдә 12:00 — 21:00 тиклем, 28 июлдә 12:00 — 18:00 барасаҡ.
Сара хаҡында тулыраҡ https://kumysfest.ru сайтында.
Читайте нас: