Все новости
Новости
19 Июля 2019, 11:50

«Мираҫ» ансамбле Халыҡ-ара фестивалдәрҙә ҡатнашасаҡ

Баш ҡалабыҙҙың «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Болгарияла үтәсәк ике ҙур ижади форумда сығыш яһай.

Баш ҡалабыҙҙың «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле Болгарияла үтәсәк ике ҙур ижади форумда сығыш яһай.
«Бөйөк Тырново» һәм «Варна» халыҡ-ара фестивалдәре бик арҙаҡлы дәрәжәгә эйә. «Бөйөк Тырново» 1998 йылдан башлап, быйыл 22-се тапҡыр, үткәрелә. Ул тәүҙән үк Халыҡ-ара фольклор фестивалдәрен ойоштороу һәм традицион сәнғәт советы (ингл. – CIOFF) билдәһе аҫтында бара. Ижади форум CIOFF тарафынан танылған 300 фестиваль иҫәбенә инеп кенә ҡалмай, Көнсығыш Европала иң көтөлгән мәҙәни сараларҙың береһе булып та һанала.
Йыл һайын боронғо болгар ҡалаһына, туған халыҡтарының матур сәнғәтен күрһәтеү маҡсаты менән, донъяның төрлө мөйөштәренән ижади төркөмдәр ағыла. Быйыл сағыу фольклор байрамына Рәсәй, Мысыр, Ҡытай, Аргентина, Колумбия, Панама, Көньяҡ Африканан һәм Болгарияның үҙенән яҡшыларҙан-яҡшы ижади коллективтар йыйыласаҡ, тип көтөлә.
“Варна” халыҡ-ара фольклор фестивале 1992 йылда башланып, быйыл 28-се мәртәбә ойошторола. Был ижади байрамда ла тиҫтәләгән хореография коллективтары ҡатнаша.
“Мираҫ”тар сит ил тамашасылары өсөн иң матур, сағыу сығыштарын әҙерләгән. Артистар европалыларҙы башҡорт һәм рус мәҙәниәте менән таныштырырға уйлай. Тамашалар ваҡытында халыҡ музыка ҡоралдары, шул иҫәптән, әлбиттә, башҡорт ҡурайы ла яңғыраясаҡ.
Ансамблдең “Бәйләнештә” селтәрендәге төркөмөндә хәбәр ителеүенсә, артистар башҡа илдәрҙән фестивалдәрҙә ҡатнашыусылар менән осрашыуҙы түҙемһеҙләнеп көтә. Мәртәбәле фестивалдә сығыш яһау “Мираҫ”тағы һәр кем өсөн бик яуаплы, тип билдәләнә. Тыуған республикабыҙҙы донъя аренаһында нығыраҡ танытыуға тос өлөш индереү бурысы ята бит иңдәрҙә. “Мираҫ”ҡа ҡояшлы Болгарияла уңышлы сығыш яһап, яңы ижади ҡомар менән һуғарылып ҡайтыуҙарын теләргә генә ҡала.
Читайте нас: