Все новости
Новости
19 Июля 2019, 15:20

«Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар» мәҡәләләр йыйынтығының сираттағы етенсе сығарылышы донъя күрҙе

«Башҡортэнциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә «Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәмматериалдар» мәҡәләләр йыйынтығының сираттағы етенсе сығарылышы донъя күрҙе.

«Башҡорт энциклопедияһы» ғилми нәшриәтендә «Башҡорт фольклоры: тикшеренеүҙәр һәм материалдар» мәҡәләләр йыйынтығының сираттағы етенсе сығарылышы донъя күрҙе. Китапты Рәсәй ФА ӨФТҮ Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының фольклор бүлеге хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән (төҙөүсе һәм яуаплы мөхәррир — Г. Хөсәйенова, редколлегия ағзалары — Ф.Нәҙершина, А.Хәкимйәнова, Н.Хөббитдинова). Был йыйынтыҡ күренекле фольклорсы ғалим, филология фәндәре докторы, профессор, республиканың С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Почетлы академигы Әхмәт Мөхәмәтвәли улы Сөләймәновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған. Китапҡа башҡорт фольклоры, шулай уҡ әҙәбиәт ғилеме, тел ғилеме, тарих буйынса мәҡәләләр ингән. Шулай уҡ ғалим тураһында уның хеҙмәттәштәренең иҫтәлектәре урын алған. Материалдар бүлегендә Башҡортостандың Бөрйән, Баймаҡ, Ишембай райондарында яҙып алынған һәм быға тиклем баҫылмаған һигеҙ әкиәт тексты урын алған.
Читайте нас: