Все новости
Новости
18 Июля 2019, 18:05

«Ватандаш»тың июль һанында Айгиз Баймөхәмәтовтың өр-яңы повесын уҡығыҙ!

«Ватандаш» журналының июль һанында популяр йәш яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Алдаҡсы» исемле өр-яңы повесы донъя күрәсәк. Был әҫәр нимә тураһындамы? Һылтанма буйынса үтеп уҡығыҙ.

Фото автора
Фото автора
Популяр йәш яҙыусы, Ш.Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты Айгиз Баймөхәмәтовтың «Ҡалдырма, әсәй!», «Әкиәтһеҙ бала саҡ», «Урам балалары» кеүек әҫәрҙәре Башҡортостанда ғына түгел, тотош төрки донъяһында киң танылыу яуланы. Журналыбыҙ уҡыусылары өсөн бер шәп күстәнәс әҙерләнек. «Ватандаш» журналының июль һанында авторҙың «Алдаҡсы» исемле өр-яңы повесы донъя күрәсәк. Әйткәндәй, был әҫәр баҫмабыҙҙың баш мөхәррире Рәшиҙә Мәһәҙиеваның һорауы буйынса журналыбыҙ өсөн махсус рәүештә яҙылды. «Алдаҡсы»ны иң беренсе булып беҙҙең журналға яҙылыусылар уҡыясаҡ!
«Был әҫәр булған ваҡиғаға нигеҙләнгән. Повестың төп геройы — етешһеҙ генә ғаиләлә йәшәгән Иҙел исемле малай. Бер көндө ауыл магазинына өр-яңы аяҡ кейеме һатыуға килтерелә. Малайға был әйбер бик оҡшай, әммә алырға аҡсаһы булмай. Ахырҙа, еләк йыйып үҙенә аҡса табырға була. Хыялы тормошҡа ашты тигәндә генә, көтөлмәгәнсә һынауға дусар була. Берәүҙең һаҡһыҙ ҡыланышы арҡаһында Иҙелдең көнитмеше аҫты-өҫкә килә. Ул ғына түгел, тотош ғаиләһе нахаҡҡа йәберләнә», — тип әҫәрҙең яҙылыу тарихы менән бүлеште Айгиз Баймөхәмәтов. Әйткәндәй, повестың йөкмәткеһе менән ҡыҙыҡһынып, Ҡырғыҙстандың «Дилазыҡ» нәшриәте «Алдаҡсы»ны айырым китап итеп баҫтырыр өсөн (ҡырғыҙ телендә) автор менән килешеү төҙөгән.
Читайте нас: