Все новости
Новости
17 Июля 2019, 11:32

Башҡортостандан алты ғалим Рәсәй Президенты грантын ала

Башҡортостандан дүрт фән кандидаты һәм ике фән докторы Рәсәй Федерацияһының Президенты грантын ала.

Башҡортостандан дүрт фән кандидаты һәм ике фән докторы Рәсәй Федерацияһының Президенты грантын ала. Гранттар суммаһы 600 меңдән (фән кандидаттары өсөн) 1 миллионға (фән докторҙары өсөн) тиклем. Был пособие фәндең төрлө өлкәләрендә артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн бүленә.
Башҡорт ғалимдарының тикшеренеү өлкәләре ауыл хужалығы, техник һәм инженер фәндәренә, физика һәм астрономияға, биология, математика һәм механикаға ҡағыла.
Әйткәндәй, Владимир Путин башланғысы менән 2018 йылдың 1 октябренән 2024 йылдың 31 декабренә тиклем Рәсәйҙә «Фән» милли проекты тормошҡа ашырыла. Бөгөнгө көндә Рәсәй алдынғы халыҡ-ара мәғлүмәттәр базаһында фәнни мәҡәләләр һаны буйынса 11 урынды биләй (йылына 80 меңгә яҡын мәҡәлә, донъя күләменән 2-3 процентты тәшкил итә); патенттар һаны буйынса 8 урында (йылына 50 меңгә яҡын), барлыҡ сығанаҡтарҙан тикшеренеүҙәргә һәм эҙләнеүҙәргә эске сығымдар күләме буйынса һигеҙенсе урында (1 триллион тирәһе); ғалимдар һаны буйынса дүртенсе урында тора.
Алты йылдан барлыҡ күрһәткестәр буйынса Рәсәй донъяның иң алдынғы 5 ил исемлегенә инергә һәм тикшеренеүҙәр һәм эҙләнеүҙәр өлкәһен финанслауҙы 50 процентҡа арттырырға тейеш.
Читайте нас: