Ватандаш
+12 °С
Облачно
ОБЩЕСТВО
НАУКА
ЛИТЕРАТУРА
Антитеррор
ВК
Яндекс Дзен
Телеграм
ТИЛЕКӘЙ. Люциә НУРМӨХӘМӘТОВА
Все новости
Новости
30 Июня 2019, 13:46
Авторыбыҙ – Салауат Юлаев ордены кавалеры
Редакциябыҙҙа ҡунаҡта тормош иптәше Гөлйыһан Рифат ҡыҙы менән бергә журналыбыҙҙың дуҫы, авторыбыҙ Мәхмүт Бакир улы Сәлимов булып китте. Ул – элекке хәрби хеҙмәткәр, отставкалағы подполковник. Ростов өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Дондағы Ростов ҡалаһында ғүмер итә. Тыуған яҡтарына яңы ғына булып үткән V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат сифатында ҡайтҡан.

Мәхмүт Бакир улы халҡыбыҙҙың данлы хәрби тарихы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына. Тарихи темаға яҙылған китаптар авторы. Ҡоролтай барышында Мәхмүт ағай республикабыҙҙың дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде. Уны оло наградаһы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм илһөйәрлек менән һуғарылған хеҙмәтендә бөтмәҫ дәрт-илһам теләйбеҙ!
Читайте нас в
Выбор редакции
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
15 Июня 2021, 10:10
ҠУШ ҠАЙЫНДЫҢ БЕРЕҺЕ
Литература
12 Июля 2021, 23:54
Баҙ
Мәҙәниәт һәм сәнғәт
12 Февраля 2021, 17:00
Кисергәнем өсөн ғәфү ит...