Все новости
Новости
29 Июня 2019, 22:44

“Ватандаш” хеҙмәткәре V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ирекмән булды

“Ватандаш” журналы хеҙмәткәре булараҡ үҙемде яңы өлкәлә һынап ҡараным. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ирекмән рәүешендә йөрөнөм.

“Ватандаш” журналы хеҙмәткәре булараҡ үҙемде яңы өлкәлә һынап ҡараным. V Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ирекмән рәүешендә йөрөнөм. Делегаттарҙы Ишембай районында үткәрелгән “Торатау йыйыны” сараһына алып барған автобустарҙың береһендә Башҡортостан менән таныштырыу минең бурысым ине. Маршрут Өфө ҡалаһынан юл алды. Делегаттарҙы оҙатып барыусы ирекмәндәр баш ҡаланың Дим районы, Өфө, Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Ауырғазы, Ғафури, Стәрлетамаҡ, Ишембай райондары хаҡында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр һөйләне. Шулай уҡ әүҙем делегаттарҙың фекерҙәре менән бүлешеп, белгәндәрен тасуирлауы ҡыҙыҡлы булды. Сөнки ҡайһы бер тарихи ваҡиғаларҙы йәки урындың бөгөнгөһө тураһында шул ерҙә тыуып, әлеге көндә унда йәшәгән кешеләҙән ишетеүе һәр кемгә лә фәһемле. Йәнле әңгәмә ҡороп барғанға күрә, юлдың оҙонлоғо ла һиҙелмәне.
Читайте нас: